ФӘРРӘХОВ Минихәзи Миңлевәли улы [19.3.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Йомаҙыбаш а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) – 1.2.2003, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). 1941–51 йй. Туймазы р‑нының М.В.Фрунзе ис. к‑зында эшләй. 1955 й. алып “Октябрьскнефть” нефть промыслаһы идаралығы операторы. 1964 й. – “Сургутнефть” нефть промыслаһы идаралығында; 1966 й. “Юганскнефтегаз” ПБ‑нда (икеһе лә – Нефтеюганск ҡ.): 1968 й.  алып мастер,  1969 й. – участка нач., 1970 й. – өлкән инженер, 1972 й. – смена нач., 1974 й. – нач. урынбаҫары, 1975 й. – “Юганскнефть” НГДУ‑һында начальник. 1978–91 йй. “Мамонтовнефть” НГДУ‑һында (Пыть‑Ях ҡ.) начальник. Ф. бригадаһы 11‑се биш йыллыҡ планды үтәгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә(37860,5 мең т нефть сығарыла). Ленин (1971, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ  (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Илл.: М.М.Фәррәхов

 И.Ғәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика