“ФАРМСТАНДАРТӨФӨВИТАМИН ЗАВОДЫ”, ААЙ. РФ‑та фарм. продукцияһы етештереү (төрлө фармакотерапия төркөмдәренә ингән 140‑тан ашыу төр дарыу препараты һәм биологик актив өҫтәмә) б‑са иң эре һәм боронғо пр‑тиеларҙың береһе. Составына 5 производство цехы инә. 2012 й. 1500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1916 й. кондитер изделиелары етештереү б‑са оҫтахана булараҡ ойошторола (ш. уҡ ҡәһүә, томат‑пюре, май, балауыҙ сығара), 1920 й. алып Өфө “Берҙәмлек” хеҙмәт артеле, 1924 й. – кондитер ф‑каһы, 1926 й. – “Башкондитер” ф‑каһы (100‑ҙән ашыу төр продукция), 1941 й. Өфө витамин з‑дына үҙгәртелә (Мәскәү, Ленинград, Краснодар ҡҡ. эвакуацияланған витамин з‑дтарының етештереү ҡорамалдары нигеҙендә, фронт өсөн С витамины һәм витамин өҫтәлгән әлморон сиробы етештереү үҙләштерелә), 1986 й. алып “Башбиофарм” ПБ составында, 1993 й. хәҙ. статусын йөрөтә, 2003 й. алып “Фармстандарт” ААЙ (Долгопрудный ҡ.) составында, 2005 й. хәҙ. исемен ала. Пр‑тиела ген инженерияһын ҡулланып сығарылған Биосулин кеше инсулины, Растан үҫеш гормоны, “Велкейд” цитостатигы һ.б. етештереү үҙләштерелгән.

Әҙәб.: История возникновения, становления и развития производства отечественных витаминных и лекарственных препаратов /Д.Л.Рахманкулов [һ.б.]. М., 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Илл.: Өфө витамин заводы продукцияһы

Яндекс.Метрика