“ФАРМЛЕНД”, дарыуханалар селтәре, ЯАЙ. Дарыуҙар, мед. тәғәйенләнешле әйберҙәр, косметика саралары һ.б. һата. 1997 й. нигеҙ һалына. “Ф.” составына 194 учреждение (Өфөлә — 56, Сибай ҡ. — 10, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. — 9‑ар, Октябрьский ҡ. — 7, Белорет, Нефтекама ҡҡ. — 6‑шар, БР‑ҙың башҡа ҡалаларында — 34, райондарында — 48), ш. иҫ. фарм. маркеттар (13), сәләмәтлек һәм матурлыҡ үҙәктәре (12), ортопедия бүлектәре (8) һәм салондар (3), мед. үҙәге, оптика инә. 2010 й. 1050 кеше эшләгән.

Ә.Р.Кәлмәтова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика