Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1188%20BAJKI-1.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1188%20BAJKI-1.jpg'

БАЙҠЫ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 10 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 120 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1981 кеше; 1920 — 2506; 1939 — 2354; 1959 — 1806; 1989 — 1135; 2002 — 1132; 2010 — 1095 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, музей, сиркәү бар.

Ауылға 1802—04 йй. Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә купчий ҡағыҙы б‑са Пермь губернаһының дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1806 й. һәм 1809 й. бында ш. уҡ губернанан дәүләт крәҫтиәндәренең яңы төркөмдәре килеп урынлаша. 1865 й. 244 йортта 1454 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1822 й. төҙөлгән), училище, земство дауаханаһы, 3 күн, шәм һәм 3 май һығыу з‑ды, 8 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән, улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, 5 һыу тирмәне, 12 бакалея һәм 4 мануфактура кибете, мөгәзәй, почта бүлексәһе теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр үткәрелгән. 1930—32 йй. — Байҡы районының адм. үҙәге. Михаил Архангел сиркәүе (таштан, 19 б. башы), магазиндары һәм келәттәре булған сауҙагәр йорто (2 ҡатлы, “кирбес стилендә”, 19 б. аҙ. — 20 б. башы), элекке туберкулёзға ҡаршы дауахана (көмбәҙле часовня рәүешендә, таштан һәм 3 ҡатлы, кирбестән, 20 б. башы) һәм земство мәктәбе биналары — мәҙәни мираҫ объекттары. Б. Бүләк Яҡупов йәшәгән, Л.П.Блинов, С.П.Черепахин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика