ФАРМАЦЕВТИКА ХЕҘМӘТЕ, дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларын һәм халыҡты дарыуҙар, мед. тәғәйенләнешле изделиелар, гигиена предметтары һ.б. м‑н тәьмин итеүҙе тормошҡа ашырған дәүләт учреждениелары һәм предприятиелары системаһы. Башҡортостанда 1918 й. алып Өфө губ. мед.‑санитария бүлеге эргәһендә фарм. бүлексәһе, 1919 й. башлап БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК эргәһендә респ. мед. тәьминәтенең санитария бүлеге эшләй. 1926 й. Өфөлә үҙәк дарыухана склады, Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡҡ. дарыухана складтары, фарм. лаб. һәм 20 дарыухана (ш. иҫ. Өфөлә 7) була. 1937 й. 88 дарыухана (ш. иҫ. ауыл ерендә 51); 40‑сы йй. башында 100 дарыухана һәм 100‑ҙән ашыу дарыухана пункты, 3 дарыухана магазины, контроль‑аналитик лаб. иҫәпләнә; 400‑гә яҡын белгес эшләй. 70‑се йй. башына 300‑гә яҡын дарыухана (ш. иҫ. ауыл ерендә 62), күҙлектәр әҙерләү һәм һатыу б‑са 3 махсус магазин, дарыуханаларҙа 11 оптика бүлеге, 160‑ҡа яҡын ваҡлап һатыу бүлексәһе, 2000‑дән ашыу ауыл дарыухана пункты эшләй. 90‑сы йй. аҙ. алып фарм. эшмәкәрлекте, дарыуҙарҙың сифатын, һөҙөмтәлелеген һәм хәүефһеҙлеген норматив‑хоҡуҡи көйләү м‑н БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фарм. эшмәкәрлекте һәм клиник фармакол. ойоштороу бүлеге; дарыуҙар әйләнеше, фарм. эшмәкәрлекте лицензиялау, дарыу препараттарының ассортименты, хаҡтары мониторингыһы һ.б. өлкәләрҙә контроль һәм күҙәтеү м‑н Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәттең БР б‑са идаралығы шөғөлләнә. Республикала “Башфармация” ДУП‑ы, муниц. дарыуханалар, хосуси коммерция фарм. ойошмалары һәм эсенә 1000‑дән ашыу дарыухана ингән 18 дарыухана селтәре эшләй (2010).

Л.Ф.Лозовая, С.И.Рәхмәтуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.