ТУҒЫҘЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 870 кеше; 1920 — 1040; 1939 — 980; 1959 — 815; 1989 — 551; 2002 — 584; 2010 — 507 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 19 б. 1‑се ярт. Арыҫлан а. (Яңы Туғыҙлы) барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Туғыҙлы булараҡ теркәлгән. 1795 й. 16 йортта 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 63 йортта — 435 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1830 й. төҙөлгән), 2 һыу тирмәне булған. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Оло Туғыҙлы булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018