ФАРМАНДАР №1 һәм №2, Башҡорт мәркәз шураһының 1917 й. 11 һәм 15 нояб. сығарған бойороҡтары. Ш.Ә.Манатов, Ә.Ә.Вәлидов, Ф.Дәүләтшин, Й.Г.Әмиров, Ғ.Айытбаев, М.Ғ.Смаҡов, Ғ.В.Хәсәнов, И.И.Мутин, Ш.Бабич ҡул ҡуйған.

Ф.№1, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылыу һәм тулы хоҡуҡлы үҙәк власть булмау сәбәпле, Бәләкәй Башҡортостан, Ырымбур губернаһының урындағы башҡ. шуралары м‑н идара итеүҙе үҙ ҡулына алыу, Граждандар һуғышы шарттарындабашҡ. халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн ҡораллы көстәр ойоштороу һәм терр. автономияны ғәмәлгә ашырыу т‑да иғлан ителгән.

Ф.№2 Ырымбур, Өфө губерналарының, Пермь губернаһының һәм Һамар губернаһының башҡорттар йәшәгән биләмәләрен Рәсәй респ. автономиялы өлөшө тип, Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә автономиялы идара итеүҙе ғәмәлгә ашырылыуын иғлан итә. Документҡа ярашлы, автономия иғлан ителгән көндән алып ҡаҙна һәм шәхси кешеләр тарафынан үҙләштерелгән башҡ. ерҙәре, капитал һәм мөлкәт, ғәскәр, банкылар, т. юл, почта һәм телеграф Башҡ. мәркәз шураһы ҡарамағына күсергә тейеш була. Һалым йыйыу урындағы учреждениелар ҡарамағында ҡалдырылған. Губерналарға һәм өйәҙҙәргә адм. бүленеш кантондар м‑н алмаштырылған.

Әҙәб.: Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики: сб. док. и материалов. Уфа, 1959; Кульшарипов М.М. З.Валидов и образование Башкирской Автономной Советской Республики (1917—1920 гг.). Уфа, 1992; Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Уфа, 2002.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика