ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бәләкәй Ҡаңны а.), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2014), РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) “Башҡортостан пионеры” (ҡара: “Йәншишмә”) гәз. бүлек мөдире, 1979—87 йй. “Пионер” ж. (ҡара: “Аманат”) хеҙм‑ре; 1990—2010 йй. “Аҡбуҙат” ж. баш мөхәррире. “Мәк ялҡыны” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1980 й. сыға. Т. ижадына фәлс., лиризм, образлылыҡ һәм тел байлығы хас. “Күҙ ҡараһы” (1984), “Икмәк тә тоҙ” (“Хлеб да соль”; 1989), “Минең ҡошом — Һомай” (2000) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн “Шаҡмаҡлы дәфтәр” (1981), “Яңы күлдәк” (1983) һ.б. хикәйәләр һәм әкиәттәр китаптары авторы. “Фатихамды бирәм һиңә” (1994) китабына ингән әҫәрҙәре нигеҙендә — үҙ халҡына, тыуған еренә һөйөү, туған телдең киләсәге өсөн борсолоу. Башҡорт әҙәбиәтендә поэма жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. “Тәүбә” (1992—93) поэмаһы башҡ. халҡының азатлығы өсөн көрәшкән шағир Ш.Бабичҡа, “Ҡыңғырау” (1989) — экология проблемаларына арналған. Әҫәрҙәре урыҫ, төрөк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт (1995), Р.Ғарипов ис. (1993) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ваҡыт тамғалары: шиғырҙар. Өфө, 2008; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2012—2014. Камень счастья: стихи. Уфа, 1998.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018