ТУҒАРҺАЛҒАН, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Шихан а. көнсығышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,1 км2, оҙонлоғо 395 м, киңлеге 260 м, макс. тәрәнлеге 15 м. Карст күле, соҡоро даға һымаҡ. Ер аҫты шишмәләре м‑н туйына. Тирә‑яҡ ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле-ҡылғанлы далаларҙан, имәнлектәрҙән, һөрөнтө ерҙәрҙән тора.

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев