БАЙҠАРА Тунжер (7.7.1940, Ятаған ҡ., Төркиә), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1971), проф. (1987). Стамбул ун‑тын тамамлаған (1966). 1967 й. алып Ататөрк ис. ун‑тта (Эрзурум ҡ.), 1973 й. — Хажеттепе Ун‑тында (Анкара) уҡыта. 1987—2007 йй. Эгей ун‑тының (Измир ҡ.) Төркиә тарихы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998—99 йй. “Манас” Ҡырғыҙ‑Төрөк ун‑тының (Бишкәк) тарих ф‑ты деканы, 2009 й. алып Ушак ун‑тының Төркиә тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре төрки милли хәрәкәттәргә һәм тарихи геогр. арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт (ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидов т‑да) авторы. Ә.Вәлидов ис. пр. лауреаты (1993).

Хеҙм.: Заки Валиди Тоган. Уфа, 1998; Zeki Velidi Togan. Ankara, 1989.

Ә.М.Юлдашбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика