ТУҒАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 20 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.-Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 853 кеше; 1920 — 1064; 1939 — 1080; 1959 — 733; 1989 — 337; 2002 — 309; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңғыҙҡайын урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1749 й., 1803 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған, улар Яңы Туғай а. нигеҙләгән. 19 б. уртаһынан ике ауыл Яңы Туғай исеме м‑н бергә теркәлгән. 1865 й. 60 йортта 436 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр; заводтарҙа һәм алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. Ә.Х.Вәхитов, Р.Р.Ҡадиров ошо ауылда тыуған

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.