ТУҒАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Сабай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Шығай й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 541 кеше; 1959 — 410; 1989 — 308; 2002 — 321; 2010 — 300 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, (Сабай урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1924 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Иҫке Сабай а. бүлендек ауылы (хәҙ. Сабай а.) булараҡ нигеҙ һалына. С.М.Сәлимов ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.