ФАРМАКОГНОЗИЯ (грекса pharmakon — дарыу һәм gnosis — белем), дарыуҙар яһау өсөн үҫемлектәр һәм  хайуандарҙан алынған дарыу сеймалын, уларҙың беренсел эшкәрткәндән һуңғы ҡайһы бер продукттарын (эфир майҙары, һөт һымаҡ һуттар, ыҫмалалар һ.б.) өйрәнеүсе фән. Сифат һәм һан анализы, сеймалды әҙерләү, һаҡлау һ.б. ысулдар эшләй. Ботаника, биоорганик химия, фармакология һ.б. м‑н бәйле. 20 б. 30‑сы йй. уртаһында БДМИ‑ла И.А.Лерман етәкс. (Л.М.Сольц, Я.А.Фиалков һ.б.) БАССР терр‑яһында үҫеүсе дарыу һәм витаминлы үҫемлектәр, ш. иҫ. еҫле һары үләне (Р.М.Сәйфуллина), европа тайтояғы (З.Я.Лагно, М.А.Әбделмәнов) һ.б. өйрәнелә. 50‑се йй. уртаһынан БДМИ‑ла Д.Н.Лазарева етәкс. һәм Е.В.Кучеров етәкс. Биология ин‑ты м‑н берлектә һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең (Х.М.Насиров), ш. иҫ. тилсә утының (Ф.С.Зарудий, С.Г.Кәримова), һары умырзаяның (С.С.Мәҡсүтова), һары мәтрүштең, андыҙҙың (Р.Н.Абдуллина), бесәй үләненең (Е.К.Алёхин һ.б.) биохимик составы һәм фармакол. үҙсәнлектәре тикшерелә, үҫемлек сығышлы препараттар эшләнә. Ботаника курсы м‑н фармакогнозия каф. Т.И.Плеханова етәкс. үҫемлек сығышлы дарыу препараттары булдырыу маҡсатында Башҡортостандың ҡырҙа үҫеүсе дарыу үҫемлектәре ресурстары, химик составы һәм фармакол. үҙенсәлектәре тикшерелә. 90‑сы йй. алып иген люцернаһы экстрактының (Р.М.Кирәева, К.А.Лоҡманова),Licoctonum секцияһы айыутабандың ҡайһы бер төрҙәренең (Н.И.Фёдоров һ.б.) фармакол. үҙенсәлектәре, БР‑ҙа үҫтерелгән ҡуйы ҡыҙыл эхинацеяның экологик физиол. өйрәнелә (Ғ.Ғ.Шәйҙуллина). Башҡортостан флораһынан гинекологияла (Н.В.Кудашкина), гастроэнтерологияла (К.А.Пупыкина), аллергологияла (Ю.Г.Афанасьева), кардиологияла (Э.Х.Ғәлиәхмәтова, С.Р.Хәсәнова) ҡулланыу өсөн дарыуҙар эшләнгән. 80‑се йй. Химия ин‑тында Г.А.Толстиков етәкс. терпендар һәм уларҙың сығарылмалары нигеҙендә үҫемлектәрҙән шешеүгә, сей яраға ҡаршы дарыу препараттары яһала (Л.Ә.Балтина, Ф.З.Ғәлин, Р.М.Кондратенко һ.б.). Нефтехимия һәм катализ ин‑тында 90‑сы йй. башынан дарыу препараттарын синтезлау маҡсатында һыйыртел заты үҫемлектәр төрҙәренең химик составы өйрәнелә (В.Н.Одиноков), сәнскеле шайтан текәне компоненттары нигеҙендә стресҡа ҡаршы һәм иммунитетты көсәйтеүсе препараттар эшләнә (В.Р.Әхмәтова). Ботаника баҡса‑институтында (М.М.Ишморатова, Н.В.Старова һ.б.) һәм БДУ‑ла (Р.М.Бәширова, С.С.Хәйретдинов һ.б.) респ. терр‑яһында үҫеүсе дарыу үҫемлектәренең физиол. һәм химик составы тикшерелә. БДМУ‑ла Ботаника баҡса‑институты һәм Өфө урман хужалығы техникумы м‑н берлектә Башҡортостан флораһының һирәк, юғалып барған төрҙәренең, үҫтерелгән үткер хуш еҫле һәм эфир‑майлы үҫемлектәрҙең химик составы, биол. актив матдәләр барлығы тикшерелә.

Әҙәб.: Кучеров Е.В., Лазарева Д.Н. Целебные растения и их применение. Уфа, 1993; Никитина Т.И., Насыров Х.М. Фитология. Лекарственные растения в научной медицине. Уфа, 1993.

Н.В.Кудашкина 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика