ФӘРИТОВ Айрат Тәбрис улы (27.4. 1965, Бөрө ҡ.), механик‑коррозионист. Техник ф. канд. (2006). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2010). Т.Ә.Фәритовтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1987) ИПТЭР‑ҙа эшләй (2002 й. алып бүлек нач.). 2016 й. башлап БР ФА‑ның Стратегик тикшеренеүҙәр ин‑тында, бер үк ваҡытта “Акрус—М” ғилми‑производство фирмаһында (Өфө). Фәнни эшмәкәрлеге нефть промыслаһы ҡорамалдарының коррозияланыу механизмдарын өйрәнеүгә һәм уны контролдә тотоу өсөн приборҙар эшләүгә, үткәргес торбаларҙы комплекслы анализлау өсөн программа тәьминәте төҙөүгә арналған. Ф. етәкс. коррозияны мониторингылау өсөн “Моникор” системаһы, “Экстра” селтәр программа тәьминәте уйлап сығарылған һәм индерелгән. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2005), И.М.Губкин ис. пр. (2008) лауреаты.

Х е ҙ м.: Ретроспективный анализ состава и коррозионной агрессивности сред Самотлорского месторождения // Нефтяное хозяйство. 2003. №6 (авторҙ.); Концепция развития системы технического диагностирования промысловых трубопроводов // Шул уҡ. 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Текст на русском языке