• Печать

ТУҒАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Туғай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 40 км һәм Загородная т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 71 кеше; 1959 — 115; 1989 — 559; 2002 — 616; 2010 — 555 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Т. эргәһендә Яңы Турбаҫлы ҡурғандары бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов