ТУБЫЛҒЫ (Spiraea), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡырлы Т. һәм тамырсыҡлы Т. үҫә. Төҙ бөгөлгән үренделе бер өйлө ҡыуаҡтар, бейеклеге 50—150 см. Япраҡтары ябай, сиратлы, һаплы, ҡырлы Т. — кире йомортҡа йәки эллипс формаһында, өс бер төрлө тамырсыҡлы, ҡырлы йәки бөтөн ситле, ҡайһы берҙә аҙ тешле осо бар, тамырсыҡлы Т. — оҙонса‑кире йомортҡа формаһында, төбөнә табан тарайыусан, бер тамырсыҡлы, бөтөн ситле йәки 2—5 тешле. Сәскәләре аҡ төҫтә, ваҡ, ҡалҡан йәки сатыр рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емештәре — төклө йәки төкһөҙ япраҡса, июль—сент. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында ташлы ҡоро битләүҙәрҙә үҫә. Составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы үҫемлектәр, декоратив үҫемлектәр, парктар һәм баҡсаларҙа үҫтерелә

.Р.В.Вафин

Тәрж. Г.А.Миһранова