ФӘРИҘУН, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Сергиополь а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Шунтаҡ күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 127 кеше; 1959 — 211; 1989 — 131; 2002 — 129; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 10 йорт иҫәпкә алынған. 50‑се йй. башында хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке