ТРУШИН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Бикбау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 21 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 329 кеше; 1959 — 199; 1989 — 199; 2002 — 254; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (1‑се Иҫәнғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1921 й. Үҫәргән кантонында утар булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 11 йорт иҫәпкә алынған. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018