БАЙКОВА Римма Ивановна (10.1.1925, Ульяновск ҡ.), актриса. РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). Пенза драма театры эргәһендәге драма студияһын тамамлағандан һуң (1951) Пенза һәм Иркутск драма театрҙары, 1953—96 йй. — Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актрисаһы. Б. ижадында урыҫ театр сәнғәтенең иң яҡшы традициялары кәүҙәләнеш ала. Любовь Шевцова ролендә (А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” — “Молодая гвардия” романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль; Пенза драма театры, 1947) тәү башлап сығыш яһай. Б. сәхнәлә төрлө соц. ҡатлам һәм әхлаҡи ҡарашлы кешеләрҙең портреттарын ижад итә. Улар араһында А.Н.Арбузов, М.М.Зощенко, В.С.Розов һ.б. пьесаларының героинялары. Б. башҡарыуында башҡ. драматургтары пьесаларының персонаждары үҙенсәлекле һәм тормошсан: Хөрмә (Ә.М.Мирзаһитовтың “Күршеләр” пьесаһы б‑са), Байрамбикә (Һ.С.Сәйетовтың “Ҡарға туйы” пьесаһы б‑са), Туҡтабикә (М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһы б‑са) һ.б. Сағыу темперамент һәм тәьҫирлек м-н Мирандолина образы (“Трактир хужабикәһе” — “Трактирщица”, К.Гольдони) айырылып тора; камиллыҡ, нескә психологизм м‑н Өләсәй роле (“Ағастар баҫҡан көйө  үлә” — “Деревья умирают стоя”, А.Касона) иғтибарҙы йәлеп итә. Ольга (“Апалы-һеңлеле өсәү” — “Три сестры”, А.П.Чехов), Глафира (“Бүреләр һәм һарыҡтар” — “Волки и овцы”) һәм Кручинина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”; икеһе лә — А.Н.Островский) ролдәрендә актрисаның героиняларының эске донъяһын тәрән аса белеү һәләте асыла. Сталин пр. лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика