ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫ, шыйыҡ, газ һымаҡ йәки ҡаты продукттарҙы үткәргес торбалар буйлап ташыуҙы тормошҡа ашырған транспорт төрө. Тәғәйенләнеше һәм урынлашыу терр‑яһы б‑са магистраль (магистраль газ торбалары, нефть үткәргестәр, нефть продукттарын үткәргестәр) һәм сәнәғәт Ү.т.т (технологик үткәргес торбалары) айырыла. Ү.т.т ш. уҡ ҡала газ бүлгес, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре һ.б. инә. Башҡ‑нда йөк әйләнешенең 70,5%‑ы Ү.т.т өлөшөнә тура килә (2008), йөк күсереү 67,2%‑ы тәшкил итә. Тәүге Ишембай–Өфө нефть үткәргесе – 1936 й. (төҙөлгәндән алып үткәргес торба селтәре 20 тапҡырға оҙоная), газ үткәргес 1953 й. Туймазы–Өфө–Черниковск участкаһында төҙөлә. Ү.т.т төп өлөшө бөтә нефть сығарған р‑ндарҙы һәм нефть эшкәрткән з‑дтарҙы берләштерә, нефтте респ. пр‑тиеларына, Татарстанға, Һамар өлкәһенә һ.б. ташыуҙы тәьмин итә. Респ. РФ‑тың ҙур компаниялары эшләй: “Газпром  трансгаз Уфа” (ҡара: “Баштрансгаз”),  “Урал–Себер магистраль нефть үткәргестәре”,  “Уралтранснефтепродукт”. 2008 й. БР һыу үткәргес селтәрҙәре оҙонлоғо 8446,4 км, урам канализация селтәре  – 1166,5, йылылыҡ һәм пар  селтәрҙәре (ике торбаны ла һанағанда) 4120,3 км тәшкил итә.

В.Г.Карпов, И.А.Соловьёва

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Башҡортостанда үткәргес торба транспортының төп күрһәткестәре

 

1990

1995

2000

2005

2009

Нефть һәм нефть продукттары һурҙырыпағыҙыу, млн т

213,9

109,7

24,0

24,5

23,2

Йөк әйләнеше, млрд т-км

60,9

33,2

87,2

130,3

119,9

Магистраль үткәргес торбалар оҙонлоғо, км

9593

9971

9437

9370

    ш. иҫ. магистраль газ  торбалары

4496

4711

4743

4745

             нефть үткәргестәр

3750

3913

3318

3242

             нефть продукттарын үткәргестәр

1348

1347

1376

1383

Яндекс.Метрика