ТРОШКИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Яңы Надеждин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 39 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 252 кеше; 1920 — 486; 1939 — 422; 1959 — 238; 1989 — 233; 2002 — 288; 2010 — 284 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Надеждин урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1877 й. Өфө өйәҙендә Вятка губернаһы һәм Өфө губернаһы күскенселәре алпауыт Дашковтан (ҡара: Дашковтар) һатып алынған ерҙәрҙә Трошкин яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Трошкин Дошманы, Трошкин Соҡоро исемдәре м‑н билдәле булған. 1896 й. 38 йортта 278 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Тимерлек, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1903 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018