ТРОШИНА Наталия Борисовна (21.10. 1949, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2007). ЛДУ‑ны тамамлаған (1972). 1976 й. алып Диңгеҙ биол. ин‑тында (Владивосток ҡ.), 1980—2013 йй. — Биохимия һәм генетика ин‑тында (1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре бойҙай һәм картуфтың бәшмәк ауырыуҙарын тыуҙырыусыларға ҡаршы тороусанлығын көйләү мәсьәләләренә арналған. Т. тарафынан ҡаты һәм саң торонон тыуҙырыусылар м‑н берлектә бойҙай каллустарының оҙайлы үҫтерелеүсе культуралары сығарыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Развитие возбудителя твёрдой головни Tilletia caries (D.C.) Tul. на эмбриогенном каллусе пшеницы //Цитология. 2000. Т.42. №6 (авторҙ.); Индукторы устойчивости растений и активные формы кислорода. I. Влияние салициловой кислоты на генерацию перекиси водорода в клетках каллусов пшеницы при инфицировании возбудителем твёрдой головни //Там же. 2004. Т.46. №11. (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова