ТРОЛЛЕЙБУС ПАРКЫ, троллейбус туҡтау һәм ремонтлау урыны. Башҡортостанда тәүге троллейбус депоһы 1961 й. Стәрлетамаҡ ҡ. төҙөлә, паркта 15 троллейбус иҫәпләнә, троллейбус линияһының оҙонлоғо 12,7 км тәшкил итә. 1989 й. 2‑се депо сафҡа индерелә. 1962 й. Өфөлә 1‑се депоның тәүге сираты эшләй башлай, троллейбустар хәрәкәте 30 км оҙонлоҡтағы ике маршрут буйлап һуҙыла (ҡара: табл.), 1970 й. 1‑се депоның икенсе сираты тапшырыла, 1972 й. 2‑се депо, 1997 й. — 3-сө депо (2007 й. алып 1‑се депо составында) төҙөлә. Республикала Т.п. эшмәкәрлеген ойоштороу м‑н “Өфө ҡ. электр транспорты идаралығы” (2 троллейбус депоһы, 21 маршрут) һәм “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” (ярашлы рәүештә 2 һәм 18) МУП‑ы шөғөлләнә. БР‑ҙа электр транспорты хәрәкәте (ш. иҫ. трамвай) Өфөлә дөйөм ҡеүәте 84,3 мең кВт булған 32, Стәрлетамаҡта — 14 (28,2 мең кВт) тартыу подстанцияһы м-н булдырыла, Өфөлә маршруттар — 12, Стәрлетамаҡта 4 диспетчер пункты м‑н көйләнә. БР‑ҙа троллейбустар Башҡортостан троллейбус заводында етештерелә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Башҡортостанда троллейбус хәрәкәте

 

1962

1970

1980

1990

2000

2009

Өфө

 

 

 

 

 

 

Троллейбус линияһы оҙонлоғо, км

30

70

111

135,9

178,9

226,7

Күсмә состав, дана

19

98

198

199

213

204

Пассажирҙар ташылған, млн кеше

2,5

39,2

65,3

78,1

57,6

39,2

Стәрлетамаҡ

 

 

 

 

 

 

Троллейбус линияһы оҙонлоғо, км

15

62,4

79,2

92,3

95,3

106,3

Күсмә состав, дана

15

89

108

136

146

177

Пассажирҙар ташылған, млн кеше

6,2

46,8

58,1

71,5

127,1

69,1

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.