ТРОИЦКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Партизан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Мәкәтәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 622 кеше; 1920 — 767; 1939 — 750; 1959 — 1075; 1989 — 633; 2002 — 669; 2010 — 630 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дарьино урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Стәрлетамаҡ өйәҙендә Тамбов, Тула губ. күскенселәре нигеҙ һала. 1896 й. Т. (Яңы Николаевка, Тульевка, Петровка) исеме м‑н теркәлгән, 106 йортта 822 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. Шулай уҡ Тягуновка булараҡ билдәле булған. 30‑сы йй. Т. Петровка а., 80‑се йй. Николаевка а. (икеһе лә 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән) ҡушылған. В.С.Косачёв, Н.В.Руднев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов