ТРОИЦКИЙ, И в а н е н к о, Благовар р‑нындағы ауыл, Троицкий а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1089 кеше; 1939 — 1454; 1959 — 691; 1989 — 269; 2002 — 445; 2010 — 408 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, сиркәү (Троицк сиркәүе, 1910 й., архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 1903 й. м‑н 1914 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә алпауыт А.А. Иваненконан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Екатеринослав губ. күскенселәре 1‑се, 2‑се (улар 80‑се йй. алып хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына), 3‑сө (60‑сы йй. тиклем булған) Т. булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов