ТРОИЦК, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 70 кеше; 1959 — 80; 1989 — 82; 2002 — 130; 2010 —161 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1924 й. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың Языков а. кешеләре Троицкий ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 15 йорт теркәлгән. 1939 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.