ТРИХОЛОМА (Tricholoma), рядовка һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған пластинкалы бәшмәк заты. 100‑гә яҡын төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә төрө бар. Эшләпәһенең диам. 12 см тиклем, башлыса йәшкелт‑һары (йәшел бәшмәк), һорғолт‑көрән төҫтә (һоро Т.), ярымшар формаһында, өҫкө йөҙө сүсле йәки тәңкәле, ҡабарынҡы, һуңыраҡ йәйенке, сите тулҡынлы, уралған йәки тышҡа табан бөгөлгән. Пластинкалары ҡушылып үҫкән, йыш ҡына теш һымаҡ, ҡайһы берҙә ирекле үҫешкән, һирәгерәк һабы буйлап ярым түбән төшә һәм аҫта айырыла. Һабының оҙонлоғо 3—12 см, йыуанлығы 1—2 см, тығыҙ, үҙәк, сүсле. Итсәһе аҡ, асыҡ һары, бер аҙ һорғолт. Ҡайһы берҙә плёнка рәүешле, тиҙ юҡҡа сығыусан шәхси япма (ҡулса рәүешендә һаҡлана) барлыҡҡа килә. Споралары шыма, төҫһөҙ. Спора онтағы аҡ, һирәгерәк осраҡта һарғылт аҡ төҫтә. Күпселек төрҙәренән яңы тартылған он еҫе килә. Ылыҫлы һәм япраҡлы урмандарҙағы түңгәктәрҙә, тупраҡта сент. алып окт. тиклем үҫә. Т. күп төрҙәре микориза булдырыусылар иҫәбенә инә. Ҡиммәтле ашарға яраҡлы бәшмәктәр (шәмәхә Т. һәм йәшел бәшмәк).

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018