БАЙКОВА (Сәфәрғолова) Наилә Абдулхай ҡыҙы [10.3.1963, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Үрге Шәкәр а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны)], театр‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2008). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1985; Л.В.Вәлиев курсы) — “Төҙөүсе” мәҙәниәт һарайының, 1988 й. алып “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайының (икеһе лә — Салауат ҡ.) драма түңәрәге етәксеһе, 1989 й. — Салауат ҡ. хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1998 й. башлап Салауат драма театры директоры.

Б. етәкс. Салауат драма театрында иң яҡшы спектаклдәр яңыртыла, БР актёрҙарының ижад кисәләре үткәрелә. Уның башланғысы м‑н йыл һайын тапшырыла торған “Йылдың иң яҡшы актёры” (1993 й. алып), “Дебют” (2003 й. алып) пр. булдырыла. Театр сәхнәһендә М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы б‑са “Салауат”, Н.Асанбаевтың “Көҙән башҡорто” спектаклдәрен ҡуя. А.Н.Островскийҙың“ Һуңлап килгән мөхәббәт” (“Поздняя любовь”), Мольерҙың “Һаран” (“Скупой”), Л.Я.Станкованың “Үтте минең аҡ йәйем” (“Ушло моё белое лето”) һәм “Парижда апрель” (“Апрель в Париже”) пьесаларының башҡортсаға тәржемәләре авторы.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика