ФАРЗЕТДИНОВ Миркашир Миңлеғәли улы [5.9.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Нуғай а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны) – 28.9.1991, Өфө], физик‑теоретик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1973), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Пермь ун‑тын тамамлаған (1951). 1939–48 йй. (өҙөклөк м‑н) Краснокама р‑нының Яңы Нуғай һәм Яңы Ҡабан мәктәптәре уҡытыусыһы. 1954 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында физика каф. мөдире. 1966 й. башлап БДУ‑ла эшләй: 1968 й. – эксперименталь һәм теоретик физика каф., 1973 й. – теоретик физика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1990 й. тиклем СССР ФА УрБ БФҮ‑нең физика бүлеге лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге магнетизм теорияһын үҫтереүгә арналған. Ф. тарафынан антиферромагнетиктарҙағы периодик домен структураһының микроскопик теорияһы (Е.А.Туров м‑н берлектә), ферромагнетиктарҙағы спин тулҡындарының квант теорияһы төҙөлгән. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Физика магнитных доменов в антиферромагнетиках и ферритах. М., 1981; Спиновые волны в ферро- и антиферромагнетиках с доменной структурой. М., 1988.

М.Ә.Шәмсетдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика