ТРИПОЛИУМ, т а т ы р а с т р а һ ы (Tripolium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған илдәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән, бейеклеге 20—80 см. Һабағы төҙ, тармаҡлы. Япрағы бөтөн, ҡыяҡлы йәки ҡыяҡлы‑ланцет формалы, итләс, сиратлы; аҫҡылары — һаплы, урта һәм өҫкөләре — ултырма. Урама япраҡсаһы черепица һымаҡ; ситке сәскәләре инә, тел һымаҡ, алһыу күк төҫөндә, үҙәк сәскәләре — ике енесле, көпшәле, һары төҫтә. Сәскәлеге — һабаҡ һәм уның ботаҡтары осонда берәрләп урынлашҡан ҙур булмаған кәрзин. Авг. сәскә ата. Емеше — оҙон йомшаҡ ҡылдарҙан торған өлпөлө оҙонса‑йомортҡа формаһындағы орлоҡса, сент. өлгөрә. Татырлыҡта һәм татырлы тупраҡлы болондарҙа, ҡом һәм ҡырсынташлыҡтарҙа үҫә; Башҡортостандың Урал алды көнбайышында һәм көньяғында, Башҡортостандың Урал аръяғы һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡайһы бер райондарында таралған. Декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек, мал аҙығы үҫемлеге. Составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова