ТРИНИЯ (Trinia), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Урта Азияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, төбөнән тармаҡланған, бейеклеге 7—70 см. Япраҡтары тар, еп һымаҡ тиерлек ос сегменттары булған күп тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә. Сәскәләре ваҡ, аҡ төҫтә, бер, һирәгерәк ике енесле (бер, ике йәки күп өйлө үҫемлектәр), урамалы һәм ваҡ урамалы йәки уларһыҙ булған күп һанлы сатырҙарға йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емештәре — шар рәүешле йәки ян‑яғынан бер аҙ ҡыҫылған һалынҡы емеш, июль—авг. өлгөрә. Далала, ташлы һәм болонло битләүҙәрҙә, ҡыуаҡлыҡ үҫентеләрендә үҫә. Ҡытыршы Т. башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында; күп һабаҡлы Т. — Баймаҡ, Дәүләкән һәм Күгәрсен р‑ндарында; төклө Т. — Көйөргәҙе һәм Хәйбулла р‑ндарында осрай. Күп һабаҡлы Т. һәм төклө Т. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова  

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.