ФАНЕР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең фанера, бөгөп йәбештерелгән деталдәр һәм шпон етештергән тармағы (ҡара: Ағас плита). Башҡортостанда 20 б. башында үҫеш ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. самолёт эшләү өсөн махсус фанера төрө етештерелә. 2004 й. тармаҡта 3 пр‑тие, ш. иҫ. Өфө фанер‑плита комбинаты һәм Өфө фанер комбинаты, була. БР‑ҙың урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәте етештереү күләменең 15,5%‑ы Ф.п. өлөшөнә тура килә (2004). Фанера етештереү күләме (мең м3): 1913 й. — 2,0; 1932 — 2,8; 1940 — 37,3; 1950 — 48,0; 1960 — 85,2; 1970 — 98,6; 1980 — 105,1; 1990 — 89,8; 2000 — 73,3; 2008 — 136,1. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла (56,6%).

И.В.Лаврешина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.