ТРИЛОГИЯ (гр. tri — өс һәм ...логия), бер‑береһе м‑н төп фекер, сюжет, персонаждар уртаҡлығы м‑н бәйләнгән өс үҙ аллы әҫәрҙең ҡушылмаһы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Т. А.М.Таһиров яҙа, ул Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларына арналған “Һалдаттар” (1933; урыҫса тәржемәһе 1934), “Ҡыҙылгвардеецтар” (“Красногвардейцы”, 1935; башҡортса 1936), “Ҡыҙылармеецтар” (“Красноармейцы” 1937; башҡортса 1962) романдарын үҙ эсенә ала. З.А.Биишеваның “Яҡтыға” (1959—1970; урыҫса тәржемәһе 1988) Т. классик өлгө була, башҡ. әҙәбиәте тарихына тарихи прозаның иң ҙур күренеше булараҡ инә, күп яҡлы эпик әҫәр. Т. шулай уҡ Ф.Ә.Иҫәнғоловтың башҡ. халҡының революцион үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн көрәше, Петроградты Н.Н.Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлағанда башҡ. ғәскәрҙәренең батырлығы һәм уларҙың А.И.Деникин армияһына ҡаршы һуғышыуы т‑дағы “Арыш башағы” (1970; урыҫса тәржемәһе 1977), “Ир-егеткәй менән ат башы” (1973; урыҫса тәржемәһе 1977), “Һәйкәлдәр — тереләр өсөн” (1975; урыҫса тәржемәһе 1985) романдары; Н.С.Мусиндың йылға һәм урмандарҙы бысратыусыларға ҡаршы көрәш т‑дағы “Зәңгәртауҙа — аҡ болан” (1980; урыҫса тәржемәһе 1990), “Яҙғы ташҡындар алдынан” (1985), “Таң менән сыҡ юлдарға” (1988) романдары; башҡ. драматургияһында— Н.Асанбаевтың Ә.Ә.Вәлидовтың тормошо, сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлеге т‑дағы “Вәлиди” (2006) дөйөм исем аҫтына тупланған драмалары м‑н бирелгән.

Ғ.С.ҠунафинТәрж. Р.Ә.Сиражитдинов