ТРИ КЛЮЧА, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Три ключа й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 144 кеше; 1959 — 147; 1989 — 88; 2002 — 101; 2010 — 107 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында артель булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 16 йорт иҫәпкә алынған. 1939 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.