ТРЕТЬЯКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Игнатий Т., атлы стрелец. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә барымтаһына ҡаршы Урал аръяғына ебәрелә. Уның улдары: Василий Игнатьевич Т. 1665 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1681 й. уның поместье оклады 400 сирек ер тәшкил иткән; Емельян Игнатьевич Т. 1674 й. 250 сирек ер поместье оклады м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1681 й. Нуғай даруғаһы башҡорттарынан яһаҡ йыйған; Семён Игнатьевич Т. 1677 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1687 й. Ҡырым походында ҡатнашыуҙан баш тартҡаны өсөн язаға тарттырыла. Емельян Игнатьевич м‑н икеһенә 1674 й. Дим й. буйынан поместье оклады өсөн 50 сирек ер бүленә, 1676 й. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарынан Дим й. буйынан солоҡ биләмәләрен ҡуртымға ала. Василий Игнатьевич Т. улы — Аким Васильевич Т. 1684 й. 250 сирек ер поместье оклады м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Емельян Игнатьевич Т. улы — Иван Емельянович Т. 1716 й. Өфө дворяндар ротаһына алына. Башҡорт ихтилалдарын (173540) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Семён Игнатьевич Т. улы — Иван Семёнович Т. 1716 й. Өфө дворяндар ротаһына алына. Аким Васильевич Т. ейәне — Андрей Васильевич Т., подпоручик (1775). 1768—74 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнаша. 1765 й. алып Өфө драгун полкында хеҙмәт итә. Шулай уҡ билдәлеләр: Иван Никифорович Т., подпоручик. Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) баш күтәреүселәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1769 й. башлап 3‑сө Ырымбур батальонында хеҙмәт итә; Николай Михайлович Т., подполковник. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (181314) ҡатнаша. 1793 й. Өфө өйәҙ судында подканцелярист. 1798 й. алып Ырымбур гарнизоны батальонында, һуңыраҡ — Ширван, 1808 й. башлап Рыльск пехота полктарында хеҙмәт итә. 1827 й. Бөгөлмә өйәҙенең земство исправнигы. Т. нәҫеле 1793 й. Ырымбур губернаһы дворяндары нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙыла. Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре б‑са, нәҫел вәкилдәренең Өфө өйәҙендә 630 дисәтинә ере булған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.