ТРЕСТ №21 т ө ҙ ө л ө ш к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Респ. ҡалаларында һәм райондарында сәнәғәт, соц.‑көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы, торлаҡ төҙөү, ремонтлау, реконструкциялау һәм техник яҡтан йыһазландырыу м‑н шөғөлләнә; төҙөлөш материалдары һәм конструкциялар етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына дөйөм төҙөлөш (1‑се, 2‑се, 3‑сө, 4‑се, 5‑се, 14‑се төҙөлөш идаралыҡтары), биҙәкләү (“Отделстрой” һәм “Стильстрой” ЯСЙ‑лары), механизациялау (“Спецстройтранс”), производство‑технологик комплектация (“СТК”), сантехника эштәре (“Монтажник”), электр‑монтаж эштәре (“Энергия”) идаралыҡтары инә. “Таң” шифахана‑профилакторийы бар. 2009 й. 1120 кеше эшләгән; “Уфанефтехим” ААЙ‑нда яйлап кокслаштырыу ҡулайламаһы, Бүребай а. мәктәп (Хәйбулла р‑ны), 6,2 мең м2 торлаҡ төҙөлгән.

1942 й. “Башнефтестрой” тресының 6‑сы төҙөлөш контораһы булараҡ ойошторола, 1947 й. алып 21‑се төҙөлөш‑монтаж тресы, 1960 й. — 21‑се төҙөлөш тресы, 1990 й. — “Трест №21” ҠП, 1994 й. алып хәҙ. статусын ала, 2002 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 2010 й. трест тарафынан яҡынса 850 мең м2 торлаҡ, “Полиэф”, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, “Уфахимпром”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы һ.б. пр‑тиеларҙа технологик ҡулайламалар төҙөлгән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976). Пр‑тие м‑н Г.Х.Асатуров, Ал‑др В.Власов, М.Ә.Ғәлимов, Р.З.Гәрәев, К.П.Кузнецов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018