ТРЕМАТОДТАР, һ у р ғ ы с т а р (Trematoda), яҫы ҡорттар класы. Яҡынса 4 мең, БР‑ҙа — 150‑нән ашыу төрө билдәле. Умыртҡалыларҙың паразиттары. Кәүҙә оҙонлоғо 0,1—5,5 мм (ҡайһы берҙә 10 см тиклем һәм артығыраҡ). Кәүҙәһе япраҡ, һирәгерәк цилиндр йәки груша формаһында, тоноҡ аҡ, һорғолт йәки алһыу төҫтә, йыш осраҡта ҡара таплы; тире‑мускул муҡсаһы м‑н ҡапланған (керпек эпителийы юҡ, ҡулса һәм буй мускулдары яҡшы үҫешкән), ағзалар араһындағы аралыҡтар паренхима м‑н тулған; күпселек төрҙәренең хужа туҡымаларына йәбешеү өсөн ауыҙ һәм ҡорһаҡ имгестәре, эре хитиноид сәнскеләре, ырғаҡтары бар. Эсәклеге ике тармаҡлы, һуҡыр тоташҡан (ҡайһы бер төрҙәрҙә — рудиментар, туҡлыҡлы матдәләрҙе тәненең өҫкө йөҙө аша һеңдерә). Бүлеп сығарыу системаһы ике каналдан тора, улар тирбәлеүсе күҙәнәктәрҙең нескә каналсыҡтарына барып тоташа. Нервылар системаһы нервы олондарының башы булып торған парлы мейе ганглияһы рәүешендә үҫешкән. Һиҙеү ағзалары булып пигмент күҙҙәр (ҡарышлауыҡтарҙа), сенсиллалар, имгестәр тора. Т. — гермафродиттар, шестозоматидалар ғаиләһенә ҡараған төрҙәр айырым енесле. Үҫеше ҡатмарлы, хужаларҙы алмаштырыу (аспидогастридалар ярым класына ҡараған төрҙәрҙән тыш) һәм партеногенетик быуындар аша бара. Йомортҡала керпексәле ҡарышлауыҡ (мирацидий) үҫешә, ул ваҡытлы хужаға — моллюскыға үтеп инә, ҡайһы берҙә зарарланыу йомортҡаны йотҡанда була. Моллюскының организмында ҡарышлауыҡтар, күп һанлы церкариялар барлыҡҡа килтереп, партеногенетик үрсей, улар һыуға сығып, һыу үҫемлектәрендә йәки һыуҙың өҫтөндә циста м‑н ҡапланып, инвазион формаға (адолескарий) әүерелә, башҡа Т. церкариялары икенсе ваҡытлы хужаға (моллюскылар, бөжәктәр, ҡыҫала һымаҡтар, балыҡтар һ.б.) эләгә һәм метацеркарияларға әүерелә. Төп хужаның зарарланыуы адолескарияларҙы йотҡанда, метацеркариялы ваҡытлы хужаны ашаған осраҡта бара, шистозоматидаларҙа церкариялар уға тире аша үтеп инә. Т. умыртҡалыларҙың эске ағзаларында паразит булып йәшәй, кеше һәм хайуандарҙың ҡурҡыныс ауырыуҙарын — трематодоздарҙы (дикроцелиоз, описторхоз, фасциолёз, эхиностомоз һ.б.) тыуҙыра.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова