ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович (18.8.1889, С.‑Петербург — 23.5. 1959, Мәскәү), философ. Филос. ф. д‑ры (1939). РСФСР‑ҙың Пед. фәндәре академияһы акад. (1947). Петроград ун‑тын тамамлаған. 1921 й. алып Мәскәүҙә: Н.К.Крупская ис. Коммунистик тәрбиә биреү акад. һәм башҡа вуздарҙа уҡыта, 1939—59 йй. СССР ФА Философия ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре (1946—49 йй. филос. тарихы секторы мөдире), бер үк ваҡытта 1943 й. башлап МДУ‑ла уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуациялана: 1943—45 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында эшләй (1944 й. алып марксизм-ленинизм каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре Көнбайыш Европа һәм ватан философияһы тарихына арналған. Сталин пр. лауреаты (1943).

Д.Ә.Нуриев

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.