БАЙКОВ Игорь Рауил улы (4.10.1960, Николаев өлк. Николаев ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1996). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм-ре (1990). ӨНИ-не (1982), БДУ‑ны (1988) тамамлаған. 1982 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1996 й. башлап сәнәғәт йылылыҡ энергетикаһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2003 й. алып БР‑ҙың Энергия һаҡлау үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге техник термодинамика һәм гидромеханика мәсьәләләрен хәл итеүгә, газ һәм нефть сәнәғәтендәге энергия һаҡлаусы технологиялар м-н бәйле. Б. үҙгәреүсән киҫелешле магистраль нефть һәм газ үткәргестәрен таҙартыу өсөн характеристикалары көйләнә торған гель системаларын төҙөй, турбоагрегаттарҙы техник диагностикалау мәсьәләләрендә динамик хаос теорияһы алымдарын ҡуллана. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1987).

Хеҙм.: Диагностирование и регулирование гидродинамических характеристик нефтегазопроводов. Уфа, 1995; Методы анализа надёжности и эффективности систем добычи и транспорта углеводородного сырья. М., 2003 (авторҙ.); Методы повышения энергетической эффективности трубопроводного транспорта природного газа. СПб., 2008 (авторҙ.).

Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика