ФАНЕРОЗОЙ (гр. phanerós — асыҡтан‑асыҡ һәм zōé — тормош), ф а н е р о з о й э о н ы, ф а н е р о з о й э о н о т е м а һ ы, Ер геологияһы тарихының иң ҙур этабы. 542 млн йыл дауам итә. Америка геологы Дж.Чедвик тарафынан 1930 й. айырып күрһәтелә. Палеозой, мезозой, кайнозойға бүленә. Ф. алда кембрий алды килә. Ф. аҫҡы сиге кембрийҙың нигеҙендә Халыҡ‑ара стратиграфия комиссияһының Кембрий алды ярҙамсы комиссияһы тарафынан раҫланған (1988). Ф. эралары араһындағы сиктәр ҙур эволюция ваҡиғалары — тереклек төрҙәренең глобаль һәләкәте м‑н билдәләнә: палеозой мезозойҙан — пермь‑триас, мезозой кайнозойҙан аҡбур‑палеоген һәләкәте м‑н айырыла.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018