ТРАПЕЗНИКОВ Валентин Кузьмич [5.3.1931, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Алатор а. (БР‑ҙың Иглин р-ны)], үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (1992), проф. (2001). БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1991). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Һәүәнәк с‑зында (Баймаҡ р‑ны), 1955 й. алып Инәк тоҡомсолоҡ с‑зында (Ейәнсура р‑ны), 1957 й. — Яңы Жуков урта мәктәбендә, 1958 й. — А.х. б‑са инспекцияла, 1960 й. — “Дуҫлыҡ” к‑зында (бөтәһе лә — Өфө р‑ны) эшләй. 1963 й. башлап Биол. ин‑тында: 1972 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. алып лаб. мөдире, 1997—2014 йй. баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре уңайһыҙ үҫеү шарттарында үҫемлектәрҙең туҡланыуын оптималләштереү һәм продукцион процесын көйләү проблемаларына арналған. Т. тарафынан минераль ашламалар ҡулланыуҙың ресурс һаҡлаусы һәм экологик яҡтан таҙа технологиялары нигеҙләнгән, яҙғы бойҙай сорттарының локаль туҡландырыуҙың үҙенсәлекле шарттарына һиҙгерлеге өйрәнелгән. Т. БНИИСХ хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә минераль ашламаларҙы локаль ҡулланыу технологиялары үҙенсәлектәренә яраҡлаштырылған сорттар булдырыу б‑са эштәр алып бара. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Физиологические основы локального применения удобрений. М., 1983; Локальное питание растений. Уфа, 1999 (авторҙ.); Системная реакция растений на локальное воздействие минерального питания. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018