ТРАНСПОРТ ТӨҘӨЛӨШӨ, автомобиль транспорты, һауа транспорты, тимер юл транспорты, йылға транспорты, үткәргес торба транспорты объекттарын төҙөү һәм реконструкциялауҙы тормошҡа ашырған төҙөлөш тармағы; автомобиль юлдарының һәм тимер юлдарҙың ер полотноһын, юл өҫтө төҙөлөшөн, т. юлдағы электрлаштырыу, автоматика һәм телемеханика ҡоролмаларын, юл һәм аэродром ҡаплауҙарын, күпер, тоннель һәм метрополитендарҙы, йылға порттарындағы причалдарҙы, каналдарҙы, магистраль нефть үткәргестәрҙе һәм газ торбаларын, вокзалдарҙы, деполарҙы, ярҙамсы‑техник һ.б. транспорт биналарын төҙөүҙе үҙ эсенә ала.

Башҡортостанда эре адм. үҙәктәр араһында сауҙа һәм почта тракттарын төҙөү Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башлана. 1857 й. суднолар хәрәкәтен асыу маҡсатында Ағиҙел й. үҙәнен тикшереү ойошторола, 1858 й. Өфөлә тәүге пароходтар барлыҡҡа килә. 1885 й. Өфө губернаһы терр‑яһында Һамар—Өфө т. юлы төҙөлә башлай, 1888 й. участка файҙаланыуға тапшырыла, Өфөлә т. юл вокзалы (1970 й. — яңы бинаһы), 22 станция, 23 һыу ҡыуыу ҡоролмаһы, 3 төп һәм 2 әйләнеш депоһы, Өфө баш т. юл оҫтаханалары, Ағиҙел й. аша 6 тороҡло (1951 й. — 2-сеһе), 1952 й. Өфө й. аша 3 тороҡло күпер төҙөлә, 1954 й. т. юлдарҙы һ.б. электрлаштырыу башлана. Өфөлә 1901 й. ҡала һыу үткәргесе (ҡара: Һыу менән тәьмин итеү), 1940 й. канализация селтәре файҙаланыуға тапшырыла. Респ. тәүге тапҡыр 1936 й. нефть үткәргес, 1951 й. — нефть продукттарын үткәргестәр, 1953 й. магистраль газ торбалары сафҡа индерелә. 1924 й. Өфө кантонының Глумилин а. эргәһендә көндөҙгө осоштар өсөн аэропорт асыла, уның привод радиостанцияһы була (1959 й. яҡын һәм алыҫ радиостанциялар сафҡа индерелә, төнгө осоштар өсөн һыҙат ситтәренә яҡтыртҡыстар ҡуйыла). Яңауыл (1931), Белорет (1933), Сибай (1958), Октябрьский (1962), Нефтекама (60‑сы йй. уртаһы) ҡҡ., Аҡъяр, Асҡын, Бүздәк, Йылайыр, Ҡариҙел (50—70‑се йй.) адм. район үҙәктәрендә аэровокзалдар төҙөлә (ҡара: Вокзалдар).

Дөйөм ҡулланылыштағы т. юлдарҙың файҙаланыу оҙонлоғо — 1457 км, автомобиль юлдарының — 29070, эске һыу суднолар юлының дөйөм оҙонлоғо — 932, магистраль үткәргес торбалар 9374 км һуҙыла (2008). БР‑ҙа транспорт объекттары төҙөлөшөн һәм реконструкцияһын “Башкиравтодор”, “Баштрансгаз”, “Востокнефтепроводстрой”, Мостоотряд №30, Күпер төҙөү идаралығы пр‑тиелары, Куйбышев, Горький, Көньяҡ Урал т. юлының төҙөлөш‑монтаж поездары һ.б. башҡара.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина