ТРАНСПОРТ (лат. transporto — күсерәм), йөрөү саралары комплексы; кеше һәм йөк ташый торған иҡтисад тармағы. Т. — ер өҫтө (т. юл, автомобиль һәм үткәргес торба), һыу (йылға һәм диңгеҙ), һауа төрҙәре; тәғәйенләнеше б‑са — дөйөм (әйләнеш өлкәһен һәм халыҡты хеҙмәтләндерә) һәм дөйөм булмаған (производство эсендә сеймал, ярымфабрикаттар, әҙер изделиелар һ.б. ташый) ҡулланылыштағы; пассажирҙар (йәмәғәт һәм шәхси; ҡара: Ҡала транспорты, Ҡала‑тирә транспорты), йөк һәм махсус; тартыу көсө төрө б‑са — егеүле, велосипед, пар, бензин, дизель, электр, реактив һ.б. төрҙәре айырыла. Көньяҡ Уралда электән артмаҡлы-менге транспорт, егеүле транспорт, һыуҙа йөрөү саралары файҙаланылған. 1858 й. йылға транспорты, 1888 й. тимер юл транспорты үҫеш ала. 1906 й. Өфөлә тәүге еңел автомобиль барлыҡҡа килә, 1907 й. — 3, 1914 й. 20 берәмек иҫәпләнә. 20‑се йй. алып респ. ҡала һәм һауа транспорты, 30‑сы йй. уртаһынан үткәргес торба транспорты үҫешә. 1929 й. Өфө—Бөрө һәм Өфө—Стәрлетамаҡ ҡала‑ара автобус маршруттары асыла, 1937 й. Белорет, Ырымбур ҡҡ., Дүртөйлө, Кушнаренко, Ҡариҙел, Мәләүез, Саҡмағош, Яңауыл адм. район үҙәктәре м‑н даими автобус бәйләнеше булдырыла. Респ. транспорт селтәре 33911 км автомобиль юлдарын, 1457 т. юл һәм 56 трамвай юлын, 160 троллейбус линияһын, 932 һыу суднолары юлын, 9370 км магистраль үткәргес торбаларҙы үҙ эсенә ала (2009). Т. күрһәткестәре динамикаһын табл. ҡарағыҙ. Т. өсөн белгестәр әҙерләү Авиация техник университетында, Өфө тимер юл ин‑тында (Һамар дәүләт тимер юлдар университеты филиалы), Авиация техникумында, Тимер юл транспорты техникумында, Йылға училищеһында һ.б. алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Транспорт үҙәктәре.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда транспорттың төп күрһәткестәре

 

1990

1995

2000

2005

2009

Дөйөм ҡулланылыштағы транспорт м-н йөктәр ташылған, млн т

342,1

268,3

153,6

153,8

131,7

Дөйөм ҡулланылыштағы транспорттың йөк әйләнеше, млрд т-км

126,7

96,0

149,6

202,0

187,9

Дөйөм ҡулланылыштағы транспорт м-н пассажирҙар ташылған, млн кеше

843,1

912,2

699,0

573,5

395,8

Дөйөм ҡулланылыштағы транспортта пассажирҙар әйләнеше, млрд пассажир-км

15,2

10,7

8,3

7,6

5,9

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.