ТРАНСПОРТ ҮҘӘКТӘРЕ, бер нисә транспорт төрө юлдары ҡушылған пунктта транспорт ҡоролошо комплекстары; транзит м‑н, урында һәм ҡала эсендә йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы хеҙмәтләндереү б‑са операцияларҙы бергә башҡара. Т.ү. башлыса ҙур ҡалаларҙа ойошторола, сөнки унда сәнәғәт, төҙөлөш, сауҙа пр‑тиелары, хеҙмәтләндереү өлкәһе туплана һәм байтаҡ эш урындары булдыра. Йоғонто яһаған зонала транспорт коридорҙары үтеүгә, үҙәктең һәм үҙәк урынлашҡан дәүләт йәки төбәктең геосәйәси һәм иҡт.‑геогр. торошона бәйле пассажирҙар һәм йөк хәрәкәте концентрацияһы, терр. йоғонто яһау кимәле б‑са айырыла. Халыҡ‑ара, федераль, төбәк һәм урындағы Т.ү. бүленә. БР терр‑яһына уңайлы иҡт.‑геогр. урын хас, ул Рәсәйҙең көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәре араһында транзит зона булып тора. Өфө Т.ү. йөк ташыу б‑са бөтә транспорт төрҙәренең — үткәргес торба транспорты, тимер юл транспорты, автомобиль транспорты, йылға транспорты; пассажирҙар ташыу б‑са автомобиль, т. юл һәм һауа транспорты һ.б. юлдары киҫешә. Өфө Т.ү. респ. төп үҙәк булып һанала, уның өлөшөнә ташылған йөктөң 21%‑ы һәм респ. автомобиль транспорты йөк әйләнешенең 25%‑ы тура килә; башҡарылған эш күләме б‑са 2‑се урында Стәрлетамаҡ Т.ү. тора (12% һәм 5%). Респ. соц.‑иҡт. һәм транспорт системаһында Салауат, Нефтекама, Туймазы һәм Белорет Т.ү. мөһим роль уйнай. Респ. ҡайһы бер сик буйындағы райондары күрше төбәктәрҙең Т.ү. м‑н хеҙмәтләндерелә, мәҫ., Башҡортостандың Урал аръяғы өсөн Магнитогорск Т.ү. туранан‑тура әһәмиәткә эйә.

И.В.Закиров Тәрж. З.Б.Латипова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018