ФАЛЬКО Валерий Степанович (19.11.1939, Бәләбәй ҡ. — 22.9.2009, Өфө), элемтә аппаратураһын көйләүсе. РФ‑тың почётлы радисы (1996). 1958—2000 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н “Прогресс” ПБ‑нда эшләй: слесарь-йыйыусы, мастер, 1963 й. башлап монтажсы, 1970 й. — көйләүсе. 1966—69 йй. “Кабель” КБ (Өфө) монтажсыһы. Ф. ҡатнашлығында электрон техника изделиелары камиллаштырыла. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1980). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

М.Н.Ғиззәтуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018