ТРАНСГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР, генотиптары (бирелгән үҫемлектең гендар берләшмәһе) ген инженерияһы ысулдары м‑н яһалма рәүештә үҙгәртелгән генетик модификацияланған организмдар. Т.ү. һәр бер күҙәнәгенең ядроһында (уның ДНК‑һында) генетик трансформация м‑н башҡа организмдарҙан күсерелгән бер нисә сит ген (трансгендар) була, был иһә, физик һәм химик мутагендар ярҙамында алынған мутациялар өсөн хас булған осраҡлы мутагенездан айырмалы рәүештә, бирелгән төрҙөң генотибын маҡсатлы рәүештә үҙгәртеү булып тора. Генетик модификация бер генә генды күсерергә, организмдың башланғыс генотибын үҙгәртмәйенсә, һеркәләндереү юлы м‑н алыу мөмкин булмаған үҙенсәлектәр бирергә, үҫемлектәрҙең яңы сорттарын һәм формаларын булдырыу процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирә. Тәүге Т.ү. Agrobacterium tumefaciens тупраҡ бактерияһының (“тажлы галдар” ауырыуын тыуҙыра) үҙенең генетик мәғлүмәтенең бер өлөшөн үҫемлектәрҙең ядро геномына күсерергә һәм индереп урынлаштырырға һәләтен асҡандан һуң барлыҡҡа килә. Был плазмидтар нигеҙендә гендарҙы үҫемлектәргә күсереү өсөн тәүге векторҙар булдырыла, һуңынан күҙәнәктәрҙе трансформациялауҙың башҡа ысулдары ла эшләнә (мәҫ., үҫемлек туҡымаһын ДНК һөртөлгән, диам. 1,5—3,0 мкм булған алтын микроөлөшсәләр м‑н биобаллистик пушканан атыу). Үҫемлек организмының генетик аппараты фәнни йәки хужалы ҡ маҡсатында үҙгәртелә; үҫемлектәр гербицидтарға, патогендарға, ҡоротҡостарға, ҡоролоҡҡа бирешмәй, туҡлыҡлылыҡ ҡиммәте күтәрелә, күп кенә Т.ү. емештәре (мәҫ., томат) бүлмә т‑раһында оҙайлы ваҡыт һаҡлана ала, сәскәләр бирелгән төрҙә тәбиғәттә осрамаған төҫ ала (мәҫ., зәңгәр ҡәнәфер). Т.ү. синтезлауға ҡатмарлы йәки иҡт. яҡтан етештереү отошһоҙ булған биологик актив матдәләр туплай, хайуандарға хас аҡһымдар етештерә ала. Башҡортостанда Т.ү. алыу б‑са тикшеренеүҙәр 2000 й. алып Биохимия һәм генетика институтында А.В.Чемерис етәкс. үткәрелә.

А.В.Князев, Ф.М.Шакирова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018