“ТРАМПЛИН”, спорт‑һауыҡтырыу комплексы, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы эргәһендә асыла, 1987 й. алып Профсоюздар спорт йәмғиәте эргәһендә эшләй, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Трамплиндары (критик ҡеүәте 10, 26, 40, 60 һәм 90 м); бугель күтәргестәре (үткәреү һәләте сәғ. 400 кеше), аҫылмалы пассажирҙар канат юлы (сәғ. 350 кеше), саңғыла йүгереү трассаһы (2,5 км), спорт (36х18 м) һәм тренажёр (9х6 м) залдары, саңғы әҙерләү оҫтаханаһы, мед. пункты һ.б. бар. Комплекс базаһында трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса ике бәйге бүлектәре булған 33‑сө СДЮШОР эшләй. “Т.” 1964 й. алып йыл һайын СССР, РСФСР, 1992 й. — Рәсәй беренселектәре, кубоктары һәм чемпионаттары үткәрелә.

А.М.Ҡурамшин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.