ФАЛЛЮС (Phallus), фаллюс һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа ябай Ф. үҫә. Өлгөрөп етмәгән емешлек тәненең бейеклеге 4–6 см, киңлеге 3–5 см, йомортҡа, шар формаһында, аҡ йәки һарғылт төҫтә, төбөндә тамырға оҡшаған мицелийы булған бау м‑н. Тышсаһының тышҡы ҡатламы (перидий) ярылы, эскеһе – ҡойҡа һымаҡ. Тышсаһы аҫтында цилиндр формаһындағы, көпшәк кеүек көплө рецептакул (емешһеҙ өлөшө), уның өҫкө өлөшөндә эшләпә формаһында глеба (спора биреүсе өлөшө) үҫешә. Емешлек тәне өлгөргәндә перидий 2–3 айырсаға ярыла һәм рецептакул төбөндә вольва рәүешендә һаҡланып ҡала. Рецептакул тиҙ тартыла, эшләпәле бәшмәктәрҙең һабына оҡшап ҡала; төҫө аҡ, һары; бейеклеге 12–22, ҡалынлығы 2–4 см. Глебаның бейеклеге 4–5 см, конус формаһында, өҫкө йөҙө күҙәнәкле, споралы йәшкелт лайла м-н ҡапланған, осонда уртаһы тишекле тығыҙ диск бар. Спора онтағы һары төҫтә. Споралары эллипс‑цилиндр формаһында, шыма, себендәр һ.б. бөжәктәр ярҙамында тарала. Сапрофит, микориза барлыҡҡа килтерә (мәҫ., имән м-н), гөлйемештә паразит булып үҫеүе мөмкин. Киң япраҡлы урмандарҙа яңғыҙ йәки төркөмләп үҫә; май–окт. осрай. Йәш емешлек тәндәре ашарға яраҡлы, өлгөргән бәшмәктәрҙең глебаһынан тарҡалып ятҡан емтек еҫе сыға. Ябай Ф. бактерицид үҙенсәлектәргә эйә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ябай фаллюс (Phallus impudicus): а – өлгөргән емешлек тәне; б – йомортҡа стадияһы

С.В.Кучерова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика