БАЙКОВ Виталий Әнүәр улы (24.2.1955, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Серафимов ҡсб), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1982 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй (1998 й. башлап матем. каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2005 й. алып "РН — Уфа НИПИ нефть" ойошмаһында ген. дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡыр теорияһы, һыҙыҡлы булмаған механикала тулҡын процестары һәм дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау м‑н бәйле. Б. ҡатнашлығында математик физиканыңһәм механиканың төрлө өлкәләрендә ҡулланылған дифференциаль тигеҙләмәләрҙе үҙгәртеүҙең яҡынлаштырылған төркөмдәре теорияһы уйлап табыла. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Методы возмущений в групповом анализе. М., 1991 (авторҙ.); Уравнения математической физики. М.; Ижевск, 2003 (авторҙ.).

Й.Т.Солтанаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика