ТРАМВАЙ ПАРКЫ, трамвай вагондары өсөн туҡтау һәм ремонтлау урыны. Башҡортостанда тәүге трамвай депоһы 1936 й. төҙөлә, Өфө ҡала тимер юлдары ҡарамағында була. 1937 й. Өфөлә ике маршрут б‑са трамвай хәрәкәте асыла, парк 5 моторлы һәм 3 тағылма вагондан тора, юлдар оҙонлоғо 6 км була, бер йыл эсендә 7,7 млн кеше хеҙмәтләндерелгән. 1939 й. 5,8 км оҙонлоҡтағы юл участкаһы һалына, ул Өфө м‑н Черниковка эшселәр ҡасабаһын тоташтыра. 1941 й. юлдар оҙонлоғо 20 км арта (ҡара: табл.); Т.п. 24 трамвай була, улар 3 маршрут б‑са пассажирҙар ташый. 1959 й. 1‑се депо төҙөлөп бөтә (1963 й. С.И.Зорин ис. бирелә). 1956 й., Черниковск ҡ. ҡушылғандан һуң 2‑се депо (2004 й. ябыла), 1967 й. 3‑сө депо файҙаланыуға тапшырыла (2006 й. башлап 2‑се депо тип үҙгәртелә, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндәге 4 маршрутты хеҙмәтләндерә). Салауат ҡ. 1957 й. 18‑се комб‑ттың т. юл һәм автомобиль транспорты контораһында трамвай цехы асыла (ҡара: “ГазпромнефтехимСалават”), ул 14 вагондан тора, юлдар оҙонлоғо 9,7 км була; 1967 й. алып Салауат техник быяла з‑дының (ҡара: “Салаватстекло”) 2‑се участкаһы (10,2 км), 1971 й. был пр‑тиеларҙың трамвай хужалыҡтарын берләштереү һөҙөмтәһендә Салауат трамвай идаралығы барлыҡҡа килә. Респ. Т.п. эшмәкәрлеген ойоштороу “Өфө ҡ. электр транспорты идаралығы” МУП‑ы (2 трамвай депоһы, 13 маршрут) һәм Салават ҡ. “Трамвай идаралығы” (ярашлы 1 һәм 3) тарафынан тормошҡа ашырыла. Электр транспортының хәрәкәте (ш. иҫ. троллейбус) Өфөлә бөтә ҡеүәте 84,3 мең кВт тәшкил иткән 32, Салауатта — 3 (9,6 мең кВт) тартыу подстанцияһы тарафынан тәьмин ителә; маршруттар Өфөлә — 12, Салауатта — 3 диспетчер пункты тарафынан көйләнә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда трамвай хәрәкәте

 

1940

1960

1970

1980

1990

2000

2008

Өфө

 

 

 

 

 

 

 

Трамвай юлдарының оҙонлоғо, км

21

100

138

152

156,4

142,4

97,3

Хәрәкәт итеүсе состав, дана

32

226

306

370

395

295

168

Пассажирҙар ташылған, млн кеше

18,5

74,9

122,0

138,0

111,2

101,2

42,6

Салауат

 

 

 

 

 

 

 

Трамвай юлдары оҙонлоғо, км

14,2

36,7

36,7

36,7

36,7

36,7

Хәрәкәт итеүсе состав, дана

40

82

95

101

88

72

Пассажирҙар ташылған, млн кеше

8,0

17,7

19,8

12,2

35,1

9,4